Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 15:00

Һынамыш: «Һинең менән башҡалар аралашырға яратамы?»

1. Һин уңайһыҙланыуҙан ҡыҙараһың. Әгәр ҙә был хәл берәй кеше алдында булһа, һиңә ныҡ ҡыйынмы?

Һынамыш: «Һинең менән башҡалар  аралашырға яратамы?»
Һынамыш: «Һинең менән башҡалар аралашырға яратамы?»

А) Юҡ;

Б) Әҙ генә;

В) Ныҡ.

  1. Һине ни өсөндөр ғәйепләйҙәр, ғәйепте икенсе кешегә күсереп кенә аҡланып була. Һин нимә эшләр инең?

А) Икенсе кешенең бер аҙ ғәйебе булыуын белдерәм;

Б) Аҡланмайым;

В) Ғәйепләргә тура килә инде.

  1. Һиңә кемдәндер ярҙам һорау ҡыйынмы?

А) Эйе;

Б) Юҡ;

В) Һорамаҫҡа тырышам.

  1. Комплименттар ишетеү һәр кемгә оҡшай. Ә һин кешеләргә матур һүҙҙәр йыш әйтәһеңме?

А) Эйе, йыш.

Б) Ҡайһы саҡта ғына, йыш түгел;

В) Һирәк кенә.

  1. Һиңә килгәндәр. Ә һин эш менән булаһың, уларҙың килеүе бик урынлы түгел. Һин нимә эшләйһең?

А). Һиҙҙермәҫкә тырышам;

Б). «Килеп яҡшы иткәнһегеҙ», – тип әйтәм.

В). Килеүҙәренә шат булғанымды йәшермәйем.

  1. Үҙеңде ошондай хәлдә күҙ алдына килтер: кемдер телефон һандары менән яңылышҡан, һин был кеше менән телефон аша оҙаҡ һөйләшә алаһыңмы?

А) Әлбиттә, бер ҡыйынлығы ла юҡ.

Б) Булыуы мөмкин;

В) Юҡ, трубканы ташлайым.

Һорау

1

2

3

4

5

6

А)

0

2

2

4

2

4

Б)

2

4

4

2

4

2

В)

4

0

0

0

0

0

 

0 – 4 балл. Һин кемгәлер оҡшарға тырышмайһың. Кешеләрҙең үҙеңә ҡарата мөнәсәбәтенә артыҡ иғтибар итмәйһең. Һирәк кенә йылмаяһың.

5 – 12 балл. Һин кешеләргә тура һүҙле булыуың менән оҡшайһың. Ҡайһы саҡта, ысынлап та, был кемделер рәнйетә. Һин бөтәһе менән дә һөйкөмлө һәм яғымлы булырға ынтылаһың. Ләкин бынан файҙа эҙләмәйһең.

13 – 20 балл. Мөләйемлек һиңә тәбиғәт тарафынан бирелгән, һин уның менән файҙалана беләһең. Һинең өсөн һәр көн – байрам. Һиңә бөтә кеше лә берҙәй оҡшай.

21 – 24 балл. Һин – ғәҙәттән тыш һөйкөмлө кеше. Бер ваҡытта ла күңелгә ятышлы йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәйһең.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: