Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 20:51

«Ватаныбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлаған яугирҙарға рәхмәт билдәһе итеп ҡуябыҙ»

– Өфөләге Совет майҙанында генералыбыҙ Шайморатовҡа һәйкәл эшләү процесы өҫтөндә шаршау асырмын. Билдәле бер этапта һәйкәлде колонна менән биҙәргә булдыҡ. Видеола ул күренә. Бөгөн 24 колоннаның береһен күрһәтеү мөмкинлеге бар. Колонналар, әйткәндәй, беҙҙең, Учалы гранитынан яһала. Эш үҙенән-үҙе бик ҡатмарлы. Ләкин тәүге һөҙөмтәләр тәьҫирләндерә. Колоннаның бейеклеге – 4,9 метр.

«Ватаныбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлаған яугирҙарға рәхмәт билдәһе итеп ҡуябыҙ»
«Ватаныбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлаған яугирҙарға рәхмәт билдәһе итеп ҡуябыҙ»

Әммә иң мөһиме - ике нәмә: беренсенән, был һәйкәлде бөтә халҡыбыҙ исеменән ата-бабаларыбыҙға – ватаныбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлаған яугирҙарға рәхмәт билдәһе итеп ҡуябыҙ. Икенсеһе – һәйкәлдең авторы - яҡташыбыҙ, иҫ киткес һәм тәжрибәле скульптор, бик күп шедеврҙар авторы Салауат Щербаков. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы һәм ныҡышмалылыҡ менән Республика көнөнә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуясаҡбыҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: