Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 08:15

Ташҡын арҡаһында Белорет районында юл участкаһы ябылған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, ташҡын сәбәпле Белорет районындағы юл участкаһында бөтә транспорт саралары өсөн хәрәкәт тыйылған.

Ташҡын арҡаһында Белорет районында юл участкаһы ябылған
Ташҡын арҡаһында Белорет районында юл участкаһы ябылған

Ведомствола билдәләүҙәренсә, сикләү 15 апрелдә киске сәғәт 7-нән индерелгән.

Бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, тыйыу Үрге Әүжән - Исмаҡай юлы - Оло Йылға-Ишле-Егәҙе станцияһы а/с, 00 000 саҡрым һәм 41 000 саҡрым участкаһында ғәмәлдә. Тыйыу 19 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә ғәмәлдән сыға.
Билдәләнеүенсә, Исмаҡай халҡына хәүеф янамай, әлеге ваҡытта дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек запасы булдырылған, ашығыс хеҙмәттәрҙең хәрәкәте ойошторолған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: