Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 16:00

Сит телде өйрәнергә теләһәң....

Duolingo  сервисында сит телдәрҙе уйын формаһында бушлай өйрәнеп була. Унда мәктәп уҡыусылары ла, шулай уҡ өлкәндәр ҙә белемен камиллаштыра ала.

Сит телде өйрәнергә  теләһәң....
Сит телде өйрәнергә теләһәң....

Был сервис ярҙамында төп лексиканы, шулай уҡ ябай булмаған грамматик конструкцияларҙы төҙөргә өйрәнергә мөмкин. Аудио һәм әйтеүгә күнекмәләр ҙә бар, әммә ул тәү сиратта грамматика һәм лексика нигеҙҙәрен үҙләштереүгә йүнәлтелгән.

Бында, ҡәҙимге уйындарҙағы кеүек үк, сюжет линияһы буйынса барырға, тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Эштең күпселек өлөшө тәржемәгә нигеҙләнгән, шулай уҡ курс сит телде аңлауҙың башланғыс күнекмәләрен алырға,  яҙырға өйрәнергә, әйтелеште үҫтерергә ярҙам итә. Шөғөлләнгән һайын ҡушымтала  кимәлегеҙ ҙә күтәрелә бара.

Программа һеҙҙе даими шөғөлләнергә, көн һайын эшләргә дәртләндереп кенә тора. Мәҫәлән, һәр уңышлы үткән дәрес өсөн виртуаль ҡиммәтле таш бирелә. Көн һайын шөғөлләнһәгеҙ, өкө Дуо бонус та бүләк итәсәк. Өйрәнергә теләһәгеҙ, ҡушымтаны Google Play-ҙан үҙегеҙҙең телефонға ҡуйып алырға була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: