Байрамды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Нурзилә Ҡолғарина асты. Ул башҡорт бейеүен башҡарып, ҡунаҡтарҙы ҡунаҡсыл башҡорт ерендә сәләмләне. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Мөслимә Очилова тажик телендә шиғыр һөйләне. Үзбәкстан вәкиле Мөхәмәтҡадир Усманов ҙа туған телдә шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Һиндостан вәкиле Неха Сагар милли бейеү бейене. Был көндө төрлө телдәрҙә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны.
Милләт-ара байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, сара тамашасылары һәм ҡунаҡтар бер-береһе менән аралашып, төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемдәрен яҡынданыраҡ ҡарай алды.
Фото: Т. АМАНОВ.