Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 10:00

Саҙаҡа кәштәһенә әйбер һалығыҙ, мохтаждар - алығыҙ!

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда “Хәләл” магазины хужалары Фәнис һәм Регина Юлмөхәмәтовтар үҙ магазиндарында саҙаҡа кәштәһе булдырған.

Саҙаҡа кәштәһенә әйбер һалығыҙ, мохтаждар - алығыҙ!
Саҙаҡа кәштәһенә әйбер һалығыҙ, мохтаждар - алығыҙ!

Мөмкинлеге булған кеше был кәштәгә ниндәйҙер әйбер йә ризыҡ һалып китә, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.

- Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ойошторолған саҙаҡа кәштәһе ай буйына эшләп торасаҡ. Мохтаж булғандар тартынмаһындар, рәхим итеп алһындар ине, - ти Регина Владимировна.

Әйҙәгеҙ, ошо изге Рамаҙан айында мәрхәмәтле эш башлап ебәреүселәргә ҡушылайыҡ, изгелектәр ҡылырға ашығайыҡ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: