

Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә һөҙөмтәле эш алып барыла. 2019 йылдан республика биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә комплекслы система булдырыла. Санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эш планға ярашлы алып барыла. 2019 – 2021 йылдарҙа дөйөм майҙаны 983 гектарлыҡ 1563 сүплек бөтөрөлгән.
«Таҙа ил» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республикала 2024 йылға тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендәге 6 рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Был сүплектәр тирә-яҡ мөхиткә тупланған зыян объекттарының дәүләт реестрына индерелгән. Төҙөлөш эштәрен проектлау 2019 йылда уҡ башланған. 2022 – 2023 йылдарға сүплекте юҡ итеүҙең дөйөм хаҡы 215,0 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан - 180,6 миллион һум һәм республика бюджетынан - 34,4 миллион һум.
«Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 2019 йылдан Дыуан районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы менән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын төҙөү тамамланған һәм бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә Иглин, Ауырғазы, Кушнаренко, Архангел, Өфө һәм Туймазы райондарында 7 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлгән. Республика биләмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенең инфраструктураһын яҡшыртыу өсөн 22 меңдән ашыу майҙансыҡ төҙөкләндерелгән, 55 мең самаһы контейнер йыһазландырылған.
Фото: Т. АМАНОВ.