Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 08:00

Радий Хәбиров паралимпиясыға спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров атҡаҙанған спорт мастеры, 2014 йылда Сочиҙа Паралимпия уйындарының бронза призеры, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы Александр Давидович һәм уның тренеры Салауат Ғүмәров менән осрашты.

Радий Хәбиров паралимпиясыға спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров паралимпиясыға спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе

2012 йылдан алып саңғысы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай һәм Башҡортостандың паралимпия резервындағы адаптив мәктәптә шөғөлләнә. 2022 йылдың мартында үткән «Паралимпиясыларҙың ҡышҡы уйындары. Спорт» фестивалендә Александр Давидович өс тапҡыр призер булды.

- Һеҙ ысын батыр кеше өлгөһө, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, – тип белдерҙе осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Быйылғы йыл спортсыларыбыҙ өсөн уңышлы булды. Пекинда ҡышҡы Олимпия уйындарында Семен Елистратов менән Эдуард Латипов бик яҡшы сығыш яһаны. Беҙ уларҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан паралимпиясылары Рәсәй йыйылма командаһының төп өлөшө булып тора, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Спортсылар әҙерләүгә етди ҡарайбыҙ. Артабан да шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ һәм иң юғары кимәлдәге ярыштар үткәрәсәкбеҙ. Паралимпиясыларҙың ҡышҡы уйындары – илебеҙҙең ҡайһы бер сит ил дәүләттәре сәйәсәтенә үҙенә күрә бер яуабы ул.

Александр Давидович үҙ сиратында спорт карьераһын тамамларға йыйынмауын, ә күнекмәләрен һәм ярыштарға, шул иҫәптән 2024 йылға планлаштырылған Париждағы Паралимпия уйындарына әҙерләнеүен дауам итеүен билдәләне. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Александр Давидовичты Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләне һәм аҡсалата сертификат тапшырҙы. Спортсы тренеры Салауат Ғүмәров республика Башлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды һәм шулай уҡ аҡсалата сертификат алды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: