-1 °С
Ҡар
Бер ҙур ғына йоҡаҡ әҙер ләүәш, банкалағы ыҫланған мойва балығы ыуылдырығы, 100 г бешкән дөгө, еңелсә тоҙланған форель балығы, ҡыяр , өҫтөн биҙәргә ҡыҙылыуылдырыҡ кәрәк була.
Ләүәште йәйеп haлырға ла, өҫтөнә мойва ыуылдырығын һыларға. Һуңынан дөгөнө йәйергә, артабан балыҡты, ҡыярҙы ваҡлап турарға, майонез һыларға. Ләүәште төрөргә. 10 минутҡа һыуытҡыста ҡуйып торорға. Өҫтөн ҡыҙыл ыуылдырыҡ менән биҙәргә.
Фото: udachnyesovety.mediasole.ru