Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 13:00

Икенсе трансляция информатиканан БДИ тапшырыуға арнала

«БДИ – ул еңел!» марафонына ярашлы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт үткәрәсәк икенсе трансляция информатика буйынса БДИ-ға әҙерлеккә арналасаҡ. Ул дүшәмбе, 18 апрелдә, Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем  була.

Икенсе трансляция информатиканан БДИ тапшырыуға арнала
Икенсе трансляция информатиканан БДИ тапшырыуға арнала

Онлайн-осрашыуҙа һеҙ түбәндәгеләрҙе белә алаһығыҙ:

* Имтиханды компьютер форматына күсереү уның йөкмәткеһенә һәм эштәрҙе башҡарыуға нисек йоғонто яһаған;

* Имтиханға нисек итеп яҡшылап әҙерләнергә, эштәрҙең үҙенсәлектәре;

 *Имтиханда ваҡытты нисек дөрөҫ бүлергә һәм эштәрҙе ниндәй тәртиптә башҡарырға;

*Һорауҙарға спикерҙарҙың яуаптары.

Трансляция Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең рәсми аккаунтында https://vk.com/rosobrnadzor  үтәсәк.

 

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.


Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: