

Республика торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә үҙ позицияларын һаҡлауын дауам итә, Волга буйы федераль округы лидерҙары араһында – икенсе, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урын биләй.
- Беҙҙең республика 2021 йылда ла үҙ позицияларын төшөрөп ҡалмай, ә торлаҡты сафҡа индереү күләмдәрен даими арттыра бара. Шуның менән бергә инфраструктура ла үҫешә: инженер селтәрҙәре, социаль объекттар төҙөү буйынса эш дауам итә. Граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн барыһы ла эшләнә, – тип аңлатма бирә төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Фото: Т. АМАНОВ.