Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, сара эшлекле форматта уҙғарылды. Яҡташтар осрашыуында районда тыуып үҫкән данлыҡлы шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән быйыл күренекле совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1967 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡорт АССР-ның Юғары советы президиумы рәйесе Фәйзулла Солтановтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү планлаштырылғайны.
– Беҙ уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уның исемен мәңгеләштермәү ҙур хата буласаҡ. Әле район үҙәгендәге 3-сө мәктәп Фәйзулла Солтанов исемен йөрөтә. Уның өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Былтыр депутатыбыҙҙың, балаларының көсө менән данлыҡлы яҡташыбыҙҙың музейын булдырҙыҡ. Районға юлығыҙ төшһә, инеп ҡарай алаһығыҙ. Әлбиттә, уның 100 йыллығына район кимәлендә ниндәйҙер эш башҡарырға тейешбеҙ. Беҙ күмәкләп, туғандары менән һөйләшеп, ошо белем усағы биләмәһенә бюст ҡуйырға булдыҡ. Унда эскәмйә, ял урындары, матур итеп яҙылған яҙыу буласаҡ, – тип белдерҙе Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.
Был Указға ярашлы, музейҙа экспозиция эшләйәсәк, ҡәбере тәртипкә килтереләсәк, шулай Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә Фәйзулла Солтанов исемен биреү тәҡдиме индереләсәк.
Ейәнсура районы, ғөмүмән, арҙаҡлы шәхестәргә бик бай. Фән докторҙары ла, артистар ҙа, уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа етерлек. Шуларҙың береһе – Ғүмәр Ҡыуатов. Республика клиник дауаханаһы уның исемен йөрөтә, уның Ейәнсура кешеһе икәнен белмәүселәр күп. Уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дауахананың биләмәһендә аллея булдырып, бюсын ҡуйыу мәсьәләһе күтәрелде.
Осрашыуҙа Әхтәмовтар династияһы, Иншар Солтанбаев, Рәхим Ибраһимов һәм башҡа күренекле яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ла һүҙ алып барылды, «Атайсал» проекты хаҡында ла фекер алышыу булды, теләк-тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
– Өфөләге яҡташтар ойошмаһы йәнтөйәгебеҙ менән Өфө ҡалаһында йәшәүсе райондаштарыбыҙ араһында үҙенсәлекле күпер. Өс йөҙ илле саҡрымдан артыҡ урынлашҡан республикабыҙҙың иң матур төбәге тыуған яғыбыҙҙың тын алышын тойорға мөмкинселек биргән ойошма булып тора. Әлбиттә, һәр райондың яҡташтар ойошмаһы бар. Шуларҙың араһында ейәнсуралар үҙенең ойошҡанлығы менән һәр ваҡыт айырыла. Ойошма төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө яҡтарҙағы яҡташтарыбыҙҙы берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, беҙҙе берләштерерлек уртаҡ тарих, донъя кимәлендә мәшһүр шәхестәребеҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ һәм, әлбиттә, атайсалыбыҙ бар. Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған бындай осрашыуҙар беҙҙең өсөн бик мөһим. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа Ейәнсура еренең айырылғыһыҙ бер өлөшө булараҡ, йәнтөйәгебеҙҙең һуңғы яңылыҡтары менән танышабыҙ, проблемалары менән уртаҡлашып, киләсәккә пландар ҡороп, үҙебеҙҙең берлекте нығытабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: Ейәнсуранан сыҡҡан һәм республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәгән яҡташтарыбыҙ бер ҡасан да тыуған яҡ менән бәйләнеште өҙмәй, – тине Дәмин Марат улы.
Ул быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләгән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы ҡотлап, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына бер аҙналыҡ юллама бүләк итте. Район хакимиәте башлығы Юлай Солтанбаев, Нәфисә Тулыбаеваға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ә «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы рәйесе Азат Аҡманов юбилейҙарын билдәләгән яҡташтарҙы – гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, шулай уҡ биология фәндәре кандидаты, Өфө урман хужалығы техникумы ҡарамағындағы «Лимонарий» тәжрибә мөдире Фәриҙә Садыҡова, «Башҡортостан» гәзитенән хәбәрсе Илдар Аҡъюловты тәбрикләне.
Ейәнсура таланттары әҙерләгән матур, йөкмәткеле концерттан илһамланып, тыуған төйәгебеҙгә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ.
Фото: Юлай Кәримов фотолары.