Фекер алышыуҙа Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәй төбәктәре - Ырымбур, Пенза, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы, шулай уҡ сит илдәр - Башҡортостан, Үзбәкстан, Тажикстан, Беларусь республикалары вәкилдәре ҡатнашты.
Проекттың концепцияһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов таныштырҙы.
Проект Рәсәй төбәктәренең ғәмәлдәге проекттарын һәм предприятиеларын, шулай уҡ яңы бизнес-проекттар, импорт продукцияһын алмаштырыу буйынса производстволар төҙөүҙе һәм булдырыуҙы берҙәм инвестиция контурына берләштерәсәк.
Һөҙөмтәлә был 2 триллион һумдан ашыу инвестиция күләме һәм 40 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу, 300 миллиард һум самаһы һалым түләү менән синергетик һөҙөмтә бирәсәк.
- Проектта ҡатнашыу буйынса сит ил партнерҙары менән дә килешеүҙәр төҙөлгән. Тейешле меморандумға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм интеграция министрлығы араһында ҡул ҡуйылды, – тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Үзбәкстан Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең сауҙа-иҡтисади мәсьәләләр буйынса советнигы Шохрух Гуламов проектта ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Фото: Т. АМАНОВ.