Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2022, 11:00

Буйға үҫмәүҙең сәбәбе нимәлә?

Ҡыҫҡа буйлылар оҙондарға ҡарап ҡыҙыға,  буйға оҙондар иһә башҡаларҙан бер башҡа ҙур булыуынан ҡыйынһына. Эйе, һәр кемгә үҙенең  кәүҙәһендә нимәлер оҡшап етмәй кеүек.

Буйға үҫмәүҙең сәбәбе нимәлә?
Буйға үҫмәүҙең сәбәбе нимәлә?

  

Әйткәндәй,  16 йәштә буйға бәләкәй булыу әле бер нәмә лә аңлатмай. Сөнки  20 йәшкә тиклем үҫеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш,  нәҫелдән килгәнгә күрә,  кәүҙә оҙонлоғон үҙгәртеп булмай, тигән фекер ҙә  дөрөҫ түгел. Кешенең буйға үҫмәүенең төп сәбәбе  гормондар системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле булыуы иҫбатланған. Кешегә нәҫел буйынса сантиметрҙар түгел, ә үҫеш өсөн яуап биреүсе эске секреция биҙҙәрендәге дисбаланс бирелә.  Йәғни бәләкәй буй –   гормондар боҙолоуы. Уны иһә үҙгәртеп, төҙәтеп була. Бының менән енси өлгөргөнлеккә тиклем шөғөлләнеү яҡшыраҡ.  Һуңлаһаң,  һөҙөмтәгә ирешеүе ҡыйыныраҡ.  Тәжрибәле эндокринолог  дарыуҙар менән дауалауҙың иң  ҡулай ысулын  тәҡдим итә ала.  Бында үҙаллы дауаланыу  мөмкин түгел, сөнки  ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенә юғары профессионал ғына “тығыла” ала.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: