Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2022, 15:27

Юлда водитель һәләк булған...

Бөгөн Благовещен районында, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 71-се саҡрымында, үлемесле авария теркәлгән. Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Юлда водитель һәләк булған...
Юлда водитель һәләк булған...

Бер юлы өс транспорт сараһы: УАЗ "Патриот" автомобиле, "КамАЗ" бензовозы һәм "Skania" йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "КамАЗ" водителе ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: