Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2022, 09:55

Ышаныс һәм хуплау артҡан

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы янындағы гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге ҙур социологик һорашыуҙар һөҙөмтәләре буйынса доклад әҙерләгән. Шул билдәле: илһөйәрлек үҫә бара һәм власть ҡарарҙарын хуплаусылар һаны күбәйә.

Ышаныс һәм хуплау артҡан
Ышаныс һәм хуплау артҡан

Һандарға туҡталғанда, граждандарҙың күпселеге, 74,3 проценты, Рәсәй Президенты Владимир Путинды хуплай һәм уға ышана. Башҡортостан Башлығын хуплау күрһәткесе – 60,6 процент. Фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 80 проценттан да ашыуы ил өсөн ғорурлыҡ кисерә һәм уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тоя.

Һорашыуҙар 26 марттан  7 апрелгә тиклем үткәрелгән, унда 18 йәштән өлкән 1007 кеше ҡатнашҡан.

Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ”.

Ышаныс һәм хуплау артҡан
Ышаныс һәм хуплау артҡан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: