Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2022, 08:58

Социаль йүнәлештәге инвестпроекттар ҡаралды

Нефтекама ҡала хакимиәтендә быйыл 14-се тапҡыр уҙғарылған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә халыҡ өсөн файҙаһы ҙур булырҙай проекттар тикшерелде. 

Социаль йүнәлештәге инвестпроекттар ҡаралды
Социаль йүнәлештәге инвестпроекттар ҡаралды
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү» милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ойошторолған махсус осрашыуҙарҙа урындағы эшҡыуарҙар социаль йүнәлешле проекттарын да тәҡдим итә.
Сираттағы шундай проекттарҙың береһе - "Бумажный журавлик" коррекция һәм үҫеш үҙәген киңәйтеү буйынса. Уның етәксеһе - күп балалы әсә, логопед-афазиолог Ольга Плаксиенко. Проекттың маҡсаты - инвалид балалар һанын кәметеүгә булышлыҡ итеү. Ҡорамалдар һатып алыу өсөн дәүләттән субсидия ярҙамы  кәрәк. Эшҡыуарға тиҙ арала тейешле документтар әҙерләп тапшырырға ҡушылды.
Тағы бер проект "Здоровая семья" йәмғиәтендә балалар өсөн медицина үҙәге төҙөүгә арнала. Бында 30 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
 
Фото: Нефтекама ҡала хакимиәте.
 
Социаль йүнәлештәге инвестпроекттар ҡаралды
Социаль йүнәлештәге инвестпроекттар ҡаралды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: