Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2022, 22:46

Милли кейем һәм биҙәүестәр мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй

Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөн  Өфөнөң күп профилле профессиональ колледжында ла билдәләнеләр.

Милли кейем һәм биҙәүестәр   мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй
Милли кейем һәм биҙәүестәр мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй

 

Милли кейем көнөнә арналған  был сара “Йолаларҙы һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ!” тип аталды.

– Бөгөн бик матур байрам, ике йыл эсендә ул иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әүерелде, – тине сараны асып, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, филология фәндәре кандидаты Эльвира Айытҡолова.    – Милли кейем –  бай йөкмәткеле китап кеүек, уны туҡтауһыҙ асырға һәм өйрәнергә мөмкин.  Бөгөн илебеҙҙә халыҡтарҙың рухи мираҫына, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Беҙҙең республика  был планда сағыу өлгө  булып тора.    Милли кейем һәм биҙәүестәр әҙерләү менән шөғөлләнеүсе оҫталар араһында йәштәрҙең күп булыуы айырыуса һөйөндөрә.

Өфө киң профилле урта һөнәри белем биреү колледжы директоры Сынтимер Баязитов: “Милли кейем байрамы - ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли байлығыбыҙҙы һаҡлау, быуындан быуынға күсереп, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреү маҡсатында эшләнгән ҙур сара”, – тип билдәләне

Билдәле ҡул эштәре оҫтаһы Дилара Асаинова етәкселегендә башҡорт милли биҙәүестәре, ҡашмауҙар, селтәрҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, виртуоз-ҡумыҙсы Милеғәфүр Зәйнетдинов тарафынан башҡорт музыка ҡоралы – ҡумыҙҙың презентацияһын үткәреү, Салауат ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Эльвира Ҡазиәхмәтованың кейеҙҙән яһалған әйберҙәре,   Гөлнур Ғәббәсованың этно-стилдәге биҙәүестәре  лә сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.    

— Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге – беҙҙең ҡулда.   Беҙ стилләштерелегән биҙәүестәр  әҙерләйбеҙ, уларҙы балалар ҙа, йәштәр ҙә бик теләп таға.  Шул рәүешле мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләнә,  — тип үҙ фекерен еткерҙе биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Дилара Асаинова.

 Өфө күп профилле колледжы уҡытыусыһы, һәләтле дизайнер Эльвира Ефимовская етәкселегендә “Яңы быуын” дизайн-тетарының коллекцияларының күргәҙмәһе лә  сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Был театр 2014 йылдың сентябренән алып эшләй һәм студенттарҙың иң яратҡан театрҙарының береһе.  Бында улар кейем тегеү, яңы моделдәр уйлап табыу, шоу-коллекциялар, дизайн-спектаклдәр төҙөү менән шөғөлләнә.

Ҡыҫҡаһы,  Милли кейем көнөнә арналған байрам сараһы һәр ваҡыттағыса бик сағыу булыуы һәм төрлөлөгө менән хайран итте.   

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: