Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2022, 18:25

Матбуғат йорто командаһы — чемпион!

Әлеге минуттарҙа "Динамо" стадионында Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса ярыш тамамланды.

Матбуғат йорто командаһы — чемпион!
Матбуғат йорто командаһы — чемпион!

Бөгөн Өфөнөң “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса ярыш уҙғарылды. Шуныһы әһәмиәтле: быйылғы бәйгегә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ла ҡушылды.

– Бөгөн шәп, рухлы, ихлас турнир булды. Рәхәтләнеп уйнарға мөмкинлек биргән «Динамо» стадионына, трансляцияны ойоштороусыларға, спонсорҙарға, хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт! Быйыл ҡиммәтле бүләктәр бүленде, ихлас ҡабул итеп алығыҙ. Артабан да шундай турнирҙар ойошторорға насип булһын! Бөгөн иң ҙур еңеүебеҙ – берҙәмлек, бының өсөн Әхәт Мотаһар улының рухы шатланғандыр. Ҡәҙерлебеҙ тыныс йоҡлаһын! Ә беҙгә артабан да бергә-бергә эшләргә, ижад итергә яҙһын! – тип сәләмләне «Башҡортостан» ТРК-һы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Йылдағыса һәр уйын сәмле барҙы, һәр ҡайһыһы ҡаты көрәш менән тамамланды. Быйыл командаларҙың айырыуса юғары әҙерлекле булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Әммә ярыш булғас, еңеүселәре-еңелеүселәре лә бар.  Шулай итеп, турнир еңеүселәре тип хеҙмәттәштәребеҙ, республикабыҙ гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәренән торған команда, еңеүсе булып танылды. Уйынсылар «Инструмент ВПР» компанияһының ҡиммәтле электр ҡорамалдары менән бүләкләнде. Икенсе урынды «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналы командаһы, өсөнсөнө «Йондоҙло» башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары командаһы яуланы. Дүртенсе һәм бишенсе урындарҙы «Юлдаш» радиоһы һәм БЮТ каналы командалары бүлеште. Шулай уҡ йылдағыса турнирҙың иң оҫта уйынсылары ла билдәләнде:

«Иң яҡшы уйынсы» – Алексей Ҡуянов, баҫма киң мәғлүмәт саралары.  

«Иң яҡшы связующий» – Эльвира Бурцева, баҫма киң мәғлүмәт саралары.

«Иң яҡшы либеро» – Ольга Герасева, «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналы.

«Иң яҡшы һөжүмсе» – Евгений Тарасов, «Йондоҙло» командаһы.  

Һәр волейбол оҫтаһы «Урал батыр» туристик операторынан ҡиммәтле приз һәм кубок менән бүләкләнде.  

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Киләһе турнирҙа осрашҡанға тиклем!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: