-10 °С
Болотло
Кисә, 14 апрелдә, Өфөлә ҡуртымға алынған фатирҙа 39 йәшлек ҡатындың мәйете табылған.
Һәләк булыусының башы скотч менән уралған, ә ауыҙына ойоҡбаш һалынған. Мәйетте торлаҡ хужабикәһе тапҡан. Ул фатирҙы ҡуртымға алыусыға шылтырата. Телефонды алмағас, унда барырға була. Фатир хужабикәһе ишекте асҡысы менән аса алмаған, сөнки ул эстән бикле була, ишекте емереп инергә тура килә. Белгестәр фекеренсә, мәйет фатирҙа ике тәүлек самаһы ятҡан. Әле был хәл буйынса тикшереү бара.
Фото: Т. Аманов