1452 йылдың 15 апрелендә Леонардо Да Винчи тыуған. Ул – итальян рәссамы, скульптор, архитектор, ғалим, инженер, хатта донъяла тыныслыҡ, сабырлыҡ һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеү азатлығы, мультикультурализм символы булып таныла.
Һынлы сәнғәт – мәҙәниәттең мөһим өлөшөнөң береһе. 1929 йылда Николай Рерих донъяның бөтә халҡына һәм хөкүмәтенә Тарихи һәйкәлдәрҙе, художестволы һәм ғилми учреждениеларҙы һаҡлау тураһында пакт – Донъя мәҙәниәте хазиналарын һаҡлау тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Был документҡа 1935 йылдың 15 апрелендә Вашингтонда тантаналы рәүештә ҡул ҡуйыла. Шул ваҡиға хөрмәтенә 15 апрелдә Халыҡ-ара мәҙәниәт көнө лә билдәләнә.
Ике дата ла бер-береһен тулыландырып тора.
Барлыҡ сәнғәт әһелдәрен, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!