Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2022, 11:11

20, 30 һәм 50 мең һум күләмендә грант алырға теләһәң...

Башҡортостанда  «Смарт – Тау 6.0» төбәк йәштәр мәғариф форумына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Алтынсы йыл рәттән үткәрелгән был сара  республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан 18 – 30 йәштәрҙәге 100 социаль проект авторын берләштерәсәк.

20, 30 һәм 50 мең һум күләмендә  грант алырға теләһәң...
20, 30 һәм 50 мең һум күләмендә грант алырға теләһәң...

Форум 25 – 27 апрелдә «Президент Отель» бинаһында үтәсәк.  Өс көн дауамында ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, проект сессиялары, кейстар һәм федераль эксперттарҙан консультациялар, төбәк спикерҙары менән осрашыуҙар, ижади һәм спорт программаһы көтә.
Эксперттар менән эш йомғаҡтары буйынса 18 – 30 йәштәге ҡатнашыусылар конкурста үҙ проекттарын тәҡдим итеп,  20, 30 һәм 50 мең һум күләмендә  грант алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Форумға 18 апрелгә тиклем теркәлергә мөмкин, «Смарт-тау»ҙа ҡатнашыусыларҙың составын федераль эксперттар билдәләйәсәк. Ғариза биреү өсөн «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында анкета тултырырға кәрәк: https://myrosmol.ru/event/93065.  Мотлаҡ шарттарҙың береһе –  ғаризаға проекттың тултырылған карточкаһын беркетеү.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр проект офисы.

 

 

Фото: Т АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: