Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 16:48

Юл фажиғәләре - 13 апрель

Бөгөн төндә Белорет районында, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 241-се саҡрымында, "ВАЗ-2110" машинаһы юлда түңкәрелгән. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Аварияла үлемесле яраланған 26 йәшлек пассажир "Тиҙ ярҙам" килеп еткәнсе йән биргән. 42 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Оператив-эҙләү саралары барышында водителде урман массивында тотҡандар. 36 йәшлек ирҙең водитель таныҡлығы юҡ. Уның иҫерек булыуы билдәле (тикшереү приборы үпкәнән сыҡҡан бер литр һауала алкоголдең күләме 0,278 миллиграмм булыуын күрһәткән). Автомобиль туҡталҡаға ҡуйылған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Юл фажиғәләре - 13 апрель
Юл фажиғәләре - 13 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, ун кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 28 иҫерек водителде тотҡан.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 13 апрель
Юл фажиғәләре - 13 апрель
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: