Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 22:43

Таҫтамалдарҙа халыҡ яҙмышы сағыла

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залы фоеһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды.  

Таҫтамалдарҙа халыҡ яҙмышы сағыла
Таҫтамалдарҙа халыҡ яҙмышы сағыла

Ул "Сигелгән халыҡ яҙмышы" тип атала. Күргәҙмәлә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдарының таҫтамалдар коллекцияһы тәҡдим ителде. Ҡыҫҡаһы, килеүселәр республикала йәшәүсе 12 милләттең тарихи әһәмиәткә эйә булған, үҙенсәлекле биҙәкле таҫтамалдары менән танышты. Белгестәр шулай уҡ уларға бәйле ҡыҙыҡлы йолалар тураһында ла һөйләп үтте.

Мәҫәлән, удмурт халҡы егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә оҙатҡанда мотлаҡ рәүештә таҫтамал бүләк итеп, иҫән-һау ҡайтыуын теләп ҡала. Белорустар туй табынына айырым биҙәк менән махсус рәүештә әҙерләй. Ә мосолман халҡы таҫтамал менән кешене һуңғы юлға оҙата.

Ә Татар тарихи-мәҙәни үҙәге үҙенсәлекле ҡомартҡы менән таныштырҙы - 100 элек сигелгән таҫтамал. Ул Бүздәк районынан килеүсе Әминә Сакаеваға ҡарт өләсәһенән ҡалған. Боронғо булыуға ҡарамаҫтан ул матурлығын юғалтмаған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: