Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 08:29

Сауҙа үҙәге эргәһенә ҡомаҡтар эйәләшкән

Был видеояҙма социаль селтәрҙәрҙә киң таралған. Уны Диана Г. төнөн Өфөнөң Октябрь проспектындағы популяр «Ғаилә» сауҙа үҙәге эргәһендә төшөргән. Ҡыҙ машина йыуырға килгән дә сауҙа үҙәге янында сәйер хәрәкәтте күреп ҡала.

Сауҙа үҙәге эргәһенә ҡомаҡтар эйәләшкән
Сауҙа үҙәге эргәһенә ҡомаҡтар эйәләшкән

– Мыжғып йөрөгән ҡомаҡтарҙы ҡарап, күҙәтеп торҙоҡ, унда хатта йөрөүе лә ҡурҡыныс. Хеҙмәткәрҙәр ошондай күләмдәге кимереүселәрҙе күрмәйме икән?  –  тип асыуын белдерә ҡыҙ.

Кимереүселәрҙең ҡарағанда, улар кешеләрҙең булыуына иғтибар ҙа итмәй. Киреһенсә, хайуандар ни менәндер ышаныслы туҡлана һәм уларҙы төшөргән ҡыҙға иғтибар менән ҡарай. Реклама алтаҡталарына ҡарағанда, ҡомаҡ ояһы сауҙа үҙәгенә ингән ерҙән һул яҡта урынлашҡан.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: