Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 20:49

Муттарҙы байыталар...

Краснокама районында йәшәгән ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, акцияларға инвестициялауҙың ыңғай яҡтары хаҡында һайрап-һайрап, бының өсөн ни бары сайтта заявка ғына ҡалдырырға кәрәклеген әйтеп, "алтын тауҙар" вәғәҙә итеп, 2,5 миллион һумды иҫәпкә күсерергә күндергән. Ялған "брокер"ҙың һүҙенә ышанған ҡатын аҡса күсереү менән сайт ябылған, "банк хеҙмәткәре-брокер" тигәне лә зым-зыя юғалған... Шундай уҡ тоҙаҡҡа Мәләүез районынан да бер ҡатын эләккән: табыш алырға өмөтләнеп, "брокер компанияһына" ике миллион һум аҡсаһын күсергән. 

Муттарҙы байыталар...
Муттарҙы байыталар...

Өфөнән 35 йәшлек ир алтын сылбыр һатыуҙары тураһындағы иғланды күреп, биҙәүесте алырға ҡыҙыҡҡан. "Һатыусы"ға шылтыратҡас, уныһы сылбыр өсөн аҡсаны алдан күсерергә һораған. Ир 90 меңгә яҡын аҡсаһын күсергән һәм шунда уҡ "һатыусы"ның ҡара исемлегенә эләккән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: