Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 22:11

Милли кейем - халыҡ асылы

Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө оло бер байрамға әүерелде.  

Милли кейем - халыҡ асылы
Милли кейем - халыҡ асылы

Республикала 2020 йылдан алып Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға   йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы  быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. Шуға ла был аҙнала билдәләнгән Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө оло бер байрамға әүерелде.

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ошо айҡанлы матур саралар үтте. "Дуҫлыҡ иле биҙәктәре" фестивалендә балалар бейеү ансамблдәре ҡатнашты. Конкурстың һайлап алыу турына 40-тан ашыу коллектив ҡатнашһа, улар араһынан 14-е бөгөн Өфө сәхнәһендә сығыш яһау бәхетенә эйә булды. Әйткәндәй, быйыл икенсе тапҡыр ойошторолған сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы бейеүсе Риф Ғәбитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов һәм башҡа билдәле шәхестәр сәләмләне.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: