Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 08:40

Көн торошо

Башҡортостан гидрометеорология үҙәге 14 һәм 15 апрелгә һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар йәшенле ямғырҙар һәм көслө ел вәғәҙәләне.

Көн торошо
Көн торошо

Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, 14 апрелдә төндә һәм көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 2-7, көндөҙ 17-22 градус йылы.

15 апрелдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, төндә урыны менән йәшен вәғәҙәләнеләр. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 5-10, көндөҙ 9-14 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: