Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 14:00

Илдар Абдразаҡовтың йортон талағандар

Шаршамбы федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Мәскәү өлкәһендә Илдар Абдразаҡовтың ҡала ситендәге йортон талағандар.

Илдар Абдразаҡовтың йортон талағандар
Илдар Абдразаҡовтың йортон талағандар

Уларҙың һүҙҙәренсә, зыяндың суммаһы бер нисә миллион һум тәшкил итә - ҡиммәтле сәғәттәр, ювелир биҙәүестәр һәм ҡулаҡса. Полицияға Абдразаҡовтың ҡәйнәһе, 62 йәшлек Татьяна Гвилава мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, ҡараҡ бикләнмәгән артҡы ишек аша йортҡа ингән.

Әммә “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһенә Илдар Абдразаҡов уның йортон талау тураһындағы мәғлүмәтте кире ҡаҡты.

Бөгөн күренекле опера йырсыһы, «Грэмми» премияһын яулаусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Санкт-Петербургтың Мария театрында Дж. Вердиҙың «Макбет» спектаклендә йырлай.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: