Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 15:24

«Халҡым, телем, тип янған шәхес»

Бөгөн Өфөлә күренекле ғалим Рәшит Шәкүрҙең 85 йәшлек юбилейы айҡанлы «Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог» конференцияһы үтте.

«Халҡым, телем, тип янған шәхес»
«Халҡым, телем, тип янған шәхес»

Сара М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты тарафынан ойошторолдо. Башҡорт фәнен, шиғриәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән олуғ ғалимды тәбрикләргә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаһынан һәм сит төбәктәрҙән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, уҡыусылары йыйылды.

– Рәшит Закир улы – уникаль кеше. Сөнки ул 1937 йылда тыуған. Тап шул йылда, халҡым, телем, тип янған ғалимдарыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Шуларҙың рухы Рәшит Шәкүргә күскәндер, тип уйлайым. Оло юбилейығыҙ менән ҡотлайым! – тип изге теләктәрен еткерҙе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисаметдинова.

Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡманов ғалимға ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, Әхмәтзәки Вәлиди ордены менән бүләкләне. Был тарихи ваҡиғаны бөтә аудитория аяғүрә алҡышланы. Рәшит Закир улын мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре тәбрикләне, уҡыусылары уның хаҡындағы йылы иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. БР Яҙыусылар союзы рәйесе, депутат Зәки Әлибаев ғалимдың күп ҡырлы хеҙмәт юлын үтеүе хаҡында һөйләне.

– Рәшит Закир улы ысын башҡорт егеттәренә хас сифаттарға эйә. Ул ғүмер буйы бер нисә йөктө үҙ иңендә күтәреп барҙы. Башҡорт фәненә лә, әҙәбиәтенә лә емешле хеҙмәт итте. Дәүләт эшмәкәре булараҡ та, ҙур уңыштарға ҡаҙанды, – тип билдәләне Зәки Арыҫлан улы.

– Бер нисә йыл элек Рәшит Шәкүр менән Талҡаҫ буйында үткән бер сарала ҡатнаштыҡ. Иртәнсәк торғас, ғәжәп хәлгә шаһит булдыҡ, күлдә ниндәйҙер аҡ ҡына ҡош йөҙөп йөрөй. Яҡыныраҡ барып ҡараһаҡ, баҡһаң, таң менән Рәшит ағайыбыҙ һыу инергә төшкән икән. 74 йәшлек олпат ғалимдың ҡолас ташлап һыуҙа йөҙөүенә бик һоҡландыҡ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты БР Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов.

Артабан ғалимды билдәле фольклорсы Розалия Солтангәрәева ҡотланы. Ул етәкләгән Сәсәндәр мәктәбенең сығышы тамашасы күңеленә хуш килде. Конференцияла шулай уҡ ғилми докладтар яңғыраны. Пленар ултырышта республикабыҙ райондарынан һәм сит илдәрҙән килгән ғалимдар сығыш яһаны.

– Тормош тәжрибәм шундай: миңә бер юлы 7-8 өлкәгә хеҙмәт итергә тура килде. Бер тармаҡты һалып торам да икенсеһенә тотонам. Баяғы Талҡаҫ һыуына сумғандай, һәр ҡайһыһында мөмкин тиклем тәрәнерәк «сумып» эшләргә тырыштым. Һәр хәлдә ғүмер баҡый шуға ынтылдым. Бер шиғырымда яҙғанымса, ғүмер юлым атҡан уҡ кеүек тура. Йәғни ғүмер баҡый мин бер маҡсат буйынса йәшәнем – ул халҡыма, телемә, рухиәтемә хеҙмәт итеү. Тәүге шиғырҙар китабым «Йөрәгемдә ҡояш» тип атала. Барығыҙҙың да йөрәге ҡояш кеүек балҡып торһон, донъяны яҡтыртып, йәмләп йәшәгеҙ! – тип рәхмәт әйтте сараны ойоштороусыларға Рәшит Закир улы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: