«Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышына инвесторҙар килеүе шатландыра. Был – биләмәне үҫтереүгә яҡшы этәргес.
Бөгөн Дыуан районына «Рассвет» ауыл хужалығы предприятиеһын ҡарарға килдем. Беҙ «Инвестсәғәттә» уның яңы проектына фатиха биргәйнек. Инвестпроект ике йүнәлештә үҫешергә мөмкинлек бирә. Беренсенән, ул һөт етештереүҙе үҫтереү, 1200 баш малға һөт фермаһы төҙөү. Икенсенән, сәсеү майҙандарын киңәйтеү, рапс һәм иген культураларының уңышын арттырыу. Проектты тормошҡа ашырыуға 1,4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Әле инвестор техниканың бер өлөшөн яңыртырға өлгөргән. Һөт етештереүҙе үҫтереү өсөн былтыр тоҡомло һыйырҙар һатып алынған. Ашлыҡ киптереү комплексын, ярма цехын төҙөп бөткәндәр. Киләсәктә тиҙ әҙерләнеүсе бутҡалар етештереүҙе планлаштыралар – аҙыҡ-түлек баҙарында бик шәп йүнәлеш.
Хужалыҡта 63 кеше эшләй, әле эш урындарын арттырмаҡсылар. Уңыштарығыҙҙы иғтибар менән күҙәтеп барасаҡбыҙ», – тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Фәрит улы.