Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 11:56

Бөгөн ЦУР йәмәғәт транспорты эше һәм юлдар тураһында һөйләне

12 апрелдән алып Өфөлә Сипайлово биҫтәһен ҡала үҙәге менән тоташтырған 39-сы маршрут буйынса автобустарҙың хәрәкәт итеү схемаһы үҙгәрҙе. Әлегә тиклем автобус “Башҡортостан“ ҡунаҡханаһы” туҡталышына тиклем йөрөгән булһа, хәҙер иһә маршрутты “Пушкин“ сауҙа-сервис комплексы”на тиклем оҙайттылар.

Бөгөн ЦУР  йәмәғәт транспорты эше һәм юлдар тураһында һөйләне
Бөгөн ЦУР йәмәғәт транспорты эше һәм юлдар тураһында һөйләне

Өфөлә Революция урамындағы соҡорҙо яманылар. Үҙәк баҙар янындағы юлда килеп тыуған проблема хаҡында йәкшәмбе 10 апрелдә яҙғайнылар. Ике көндән Ленин районы хакимиәтенән коллегалар башҡарылған эш тураһында отчет бирҙе. Был - Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына килгән хәбәрҙәрҙең береһе генә. Мөрәжәғәттәрҙең барыһын да эшкәртәбеҙ, ә муниципалитеттарҙағы Транспорт министрлығындағы һәм Юл хужалығы идаралығындағы коллегаларыбыҙ уларҙы юл ремонтын планлаштырғанда иҫәпкә ала.

ЦУР мәғлүмәт системалары уҙған тәүлектә "Төҙөлөш һәм архитектура" темаһына 155 мөрәжәғәт тотто. Икенсе урында - юлдар (124 мөрәжәғәт), өсөнсөлә - төҙөкләндереү темаһы (116 мөрәжәғәт).

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: