Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 07:00

Арахис сәтләүеге беҙҙең ҡырыҫ шарттарҙа үҫәме?

Был сәтләүекте иң тәүҙә өйҙә сәсегеҙ (орлоғо ике көндә шытып сыға) һәм һуңынан май урталарында  күсереп ултыртығыҙ.

  Үҫемлекте ултыртыу өсөн соҡорҙо  40 см киңлектә, үҙәк тамырҙың оҙонлоғона ҡарап ҡаҙырға кәрәк. Тамырҙарҙы йәйеп һалып, өҫтөнә 1 биҙрә серетмәгә 2 стакан көл ҡушып һалалар. Ашлама урынына нитрофосканы ла ҡулланырға була. Үҫемлек үҫкән, сәскә атҡан һайын төбөн күмә бараһың. Сәтләүек тупраҡ аҫтында өлгөрә. Ян-яҡ ботаҡтарының остарын өҙөп тороу шарт. Шулай эшләмәһәгеҙ, ул буйға үҫәсәк. Август урталарында сәтләүек сәскә ата.


Сәскәләре ҡыҙғылт һары төҫтә, ваҡ ҡына була. Сентябрь уртаһында ҡаҙып алырға мөмкин.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: