Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2022, 11:30

Аңһыҙ үлем

Ғәҙәттән тыш хәл эш урынында булған...

Аңһыҙ үлем
Аңһыҙ үлем

Дәүләкәндә 38 йәшлек кран операторын йөк ташыу ҡулайламаһы баҫып үлтергән.

Ир «Рязань торба заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең айырым бүлексәһендә эшләгән.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл 12 апрелдә булған - иҙәндән идара ителгән крандың  ҡулайламаһын алмаштырған ваҡытта, ул  операторҙың өҫтөнә төшә. Ирҙе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул дүрт сәғәттән һуң вафат була.

Әле ваҡиға сәбәптәрен хеҙмәт инспекторҙары Башҡортостандың “Ростехнадзор” белгестәре менән берлектә асыҡлай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: