Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 12:44

Юл фажиғәләре - 12 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, ете кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 33 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 12 апрель
Юл фажиғәләре - 12 апрель

Төндә Стәрлетамаҡта, Ырымбур трактында, 33 йәшлек водитель 60 йәшлек йәйәүлене бәрҙереп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап китә лә, ярты сәғәттән кире әйләнеп килә. Пенсионер "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. 

Был авария буйынса тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: