Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 19:40

Тауыш бирегеҙ!

  Башҡортостанда төҙөкләндереү объекттары-2023 өсөн тауыш биреү башлана. 

Тауыш бирегеҙ!
Тауыш бирегеҙ!
  •  

 15 апрелдән 30 майға тиклем үҙ ҡалаңда йәки районында ошондай ял урындары өсөн тауыш бирергә мөмкин. Онлайн-тауыш биреү za.gorodsreda.ru  платформаһында уҙғарыла. Унда дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки телефон аша  теркәлеү үткән 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Шулай уҡ ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеп тауыш бирергә мөмкин. Объекттар 2023 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндереләсәк. Өфөлә, мәҫәлән, исемлеккә ун объект инде. Улар - Һупайлы биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы буйы, Башҡортостандың Урмансылар паркы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверҙары, «Орион» һәм Альбанов исемендәге ижад һарайы, Аксаков баҡсаһы һәм Баландин бульвары. Шулай уҡ ҡаланың өс кварталын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирергә мөмкин. Улар Архитектура, Маяковский, Калинин урамдары һәм Вологда, Коммунарҙар урамдары, урындағы юл һәм Вологда, 77 урамдарындағы, Коммунарҙар урамы, 67-се йорт, Кесе Урман заводы, Рига һәм урындағы юлдар менән сикләнгән урындар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: