Есенин урамындағы киоскының 53 йәшлек хужабикәһе хәбәр итеүенсә, төндә билдәһеҙ кеше тәҙрә быялаһын ватып, уларҙың магазинына ингән һәм аҙыҡ-түлек һәм аҙыраҡ аҡса урлаған. Зыян 10 мең самаһы тәшкил итә.
Тиҙҙән бурҙың шәхесе асыҡлана. Ул быға тиклем хөкөм ителгән 30 йәшлек ир булып сыға. Уғры пенсионер ҡатындың өйөндә йәшеренеп йөрөгән. Бүлеккә килтергәс, ул үҙ ғәйебен таныған һәм енәйәтле үткәне арҡаһында һөйгәненең ата-әсәһе уларҙың мөнәсәбәтенә ҡаршы булыуын һөйләгән. Шуға күрә ир йәнә рәшәткә артына эләгергә теләгән икән.
Фото: Т. АМАНОВ.