Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 18:14

Тәүлек эсендә муттар 15 кешене алдаған

Сибайҙа йәшәгән 57 йәшлек иргә "банк менеджеры" шылтыратып, тәүҙә "банк һеҙгә 250 мең һумлыҡ кредит бирә" тип һөйөндөргән, "шунан яман уйлы әҙәмдәр аҡсағыҙҙы урларға маташа" тип көйҙөргән, иң һуңында "банк иҫәбегеҙҙе һаҡлар өсөн" тип уның әйткәндәрен үтәргә өгөтләп күндергән. Банк иҫәбен һаҡларға ынтылған ир мобиль банк аша 250 мең һум кредит алып, муттың картаһына күсергәнен һиҙмәй ҙә ҡалған... 

Тәүлек эсендә муттар 15 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 15 кешене алдаған

Тәүлек эсендә кешеләр муттарҙы ике миллион һумға байытҡан. Алданыусылар сафына эләгеп ҡуймағыҙ, аҡсағыҙға һаҡ булығыҙ!

 Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: