Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 08:36

Президент туристик кешбэкты ике тапҡырға арттырырға ҡушты

Әле тур хаҡының 20 проценты кире ҡайтарыла. Арттырһалар, 40 проценты була! Оһо! Тик бының өсөн билдәле бер йүнәлешкә юлланырға кәрәк икән. 

Президент туристик кешбэкты ике тапҡырға арттырырға ҡуштыПрезидент туристик кешбэкты ике тапҡырға арттырырға ҡушты
Президент туристик кешбэкты ике тапҡырға арттырырға ҡушты

Владимир Путин Алыҫ Көнсығышҡа сәйәхәт итеүсе туристарға кешбэк программаһын бер аҙ үҙгәртергә тәҡдим итә. Күберәк аҡсаны кире алыу мөмкинлеген бирәйек, ти.

Кисә ил башлығы “Восточный” космодромына барҙы. Шунда халыҡ менән осрашыуҙа кешбэк тураһында ла һөйләгән.

"Туризм будем развивать. Кстати говоря, я просил правительство увеличить кешбэк в два раза для тех, кто в дальневосточный регион летит. Это тоже надо делать", — тигән Путин.

Дөйөм алғанда, кешбэк программаһы шарттары элеккесә: кәм тигәндә ике төнгә “Мир” картаһы менән түләп, һатып алған тур хаҡының 20 проценты автомат рәүештә кире ҡайтарыла. Тик 20 меңдән дә артыҡ түгел.

Тимәк, Алыҫ Көнсығышҡа барһаҡ, 40 процентын кире аласаҡбыҙ инде.

Фото: РИА-Новости.

Президент туристик кешбэкты ике тапҡырға арттырырға ҡушты
Президент туристик кешбэкты ике тапҡырға арттырырға ҡушты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас