Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 17:21

Ололарҙы алдаған ирҙе эҙләйҙәр

Полиция хеҙмәткәрҙәре фотолағы ирҙе эҙләй: уға ҡарамаҡҡа 25-30 йәш, спорт менән шөғөлләнгәнгә оҡшаған. Ҡара шапка, аҡ төрткөлө ҡара куртка (капюшонлы), күк джинсы салбар, ҡара кроссовкалар кейгән. Ҡара күҙлектә, ҡара медицина битлегендә булған. Әгәр һеҙ был кешене күргәнегеҙ булһа йәки уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, БР буйынса Эске эштәр министрлығына 8 (347) 279-39-02 йәки 02 (кеҫә телефонынан - 102) телефондары аша тиҙ арала хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Ололарҙы алдаған ирҙе эҙләйҙәр
Ололарҙы алдаған ирҙе эҙләйҙәр

Был ир Нефтекама ҡалаһында кисә дүрт кешене "яҡынығыҙ аварияға тарыны" тип алдаған. 76 йәшлек әбей уға 500 мең һум биргән (мут бәндә 800 мең һораған), 74 йәшлек пенсионер - 300 мең һум, 73 йәшлек ҡатын 400 мең һум, 83 йәшлек әбей – 360 мең һум.

Яҡындарын ҡотҡарыр өсөн булған бөтә аҡсаларын ошо иргә сығарып тотторған ололар алданыуҙарын бик һуң аңлаған...

Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Ололарҙы алдаған ирҙе эҙләйҙәр
Ололарҙы алдаған ирҙе эҙләйҙәр
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: