Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 17:10

Милли технологик олимпиадаға йомғаҡ яһалды

“Яңы материалдар” профиле буйынса уҙған олимпиаданың һуңғы этабында Рәсәйҙең 11 төбәгенән өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты.

Милли технологик олимпиадаға йомғаҡ яһалды
Милли технологик олимпиадаға йомғаҡ яһалды

БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, Башҡортостан бына икенсе йыл инде “Яңы материалдар” профилен ойоштора. Өҫтәүенә, мәсьәләләр төҙөүҙә лә ҡатнашабыҙ.

Олимпиадаға теркәлгән ваҡытта 1300 ғариза ҡабул ителгән. Командалар «электрон тел» мультисенсор системаһын булдырыу буйынса эшләгән. Ундай системалар аҙыҡ-түлек һәм фармацевтика сәнәғәтендә, медицинала, мөхит объекттарын анализлау өсөн ҡулланыла.

Төрлө яңы технология эшләү, уларҙы һынап ҡарау, камиллаштырыу, ҡулланыу өлкәһендә йәштәрҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ нәмәләр күп.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Милли технологик олимпиадаға йомғаҡ яһалды
Милли технологик олимпиадаға йомғаҡ яһалды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: