Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре фекеренсә, ошондай уҡ проблема йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге байтаҡ эшҡыуарҙарҙы борсой. 13 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә продукцияны маркировкалау мәсьәләһен тикшереү буйынса эш төркөмө ултырышы үтте. Ултырышта эшҡыуарлыҡ ойошмалары вәкилдәре, эксперттар, юристар һәм мәсьәләне күтәргән эшҡыуар ҡатнашты. Ултырышты БР Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин алып барҙы. Проблеманы тикшергәндән һуң ултырышта ҡатнашыусылар мәғлүмәттәрҙе электрон формаға күсереү отошло буласаҡ, тип тапты.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.