Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 12:56

Автомобиль янып китһә...

12 апрелдә Мәләүез районының Ергән ауылы янында "Kia Shuma" автомобиле янып, янғында 1962 йылғы ирҙең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, салонда бензин йәки төтәгән резина еҫе тойолһа, капот аҫтынан төтөн сыҡһа - паникаға бирелмәй, тиҙ генә туҡтап, двигателде һүндерергә, машинанан сығырға, пассажирҙарҙы ла сығарырға кәрәк, тип хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә.

Автомобиль янып китһә...
Автомобиль янып китһә...

Пассажирҙарҙың машинанан ун метрҙан алыҫыраҡ китеүҙәрен, янғын һүндереүселәрҙе саҡырыуҙарын һорағыҙ (112 номеры буйынса шылтыратып хәбәр итергә кәрәк). Ут сығанағы бәләкәй булһа, уны ут һүндергес йәки ҡалын әйбер менән үҙ аллы һүндерергә мөмкин.

Ут капот аҫтында сыҡһа, капотты ҙур итеп асырға ярамай, уны саҡ ҡына күтәреп, ут һүндергесте утҡа йүнәлтергә мөмкин. Быны ике кеше эшләһә уңайлыраҡ: береһе капотты саҡ ҡына аса, икенсеһе алдан әҙерләнгән ут һүндергес менән утты һүндерә. 

Утты үҙ аллы һүндерә алмаһағыҙ, машинанан хәүефһеҙ ергә китегеҙ - яғыулыҡ багының шартлауы ихтимал.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: