Ғаризаларҙың 58 проценты электрон тәртиптә килгән, 2021 йылдың тәүге кварталында был күрһәткес 41 процент ҡына тәшкил иткән. Иң күп электрон ғаризалар февраль айында ҡабул ителгән (59 проценты).
– 2021 йылдан республикала «Бер көндә электрон ипотека» проекты тормошҡа ашырыла. Ул 24 сәғәттә ипотеканы теркәү мөмкинлеге бирә. Электрон документтарҙы банктар һәм төҙөүсе ойошмалар бирергә мөмкин, – тип белдерә Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Республика банктары халыҡҡа электрон ипотека биреү яҡлы, хатта процент ставкаһына ниндәйҙер ташлама ла ҡаралған. Айырыуса Һаҡлыҡ һәм ВТБ банктарында был хеҙмәт менән күпләп ҡулланалар. 2021 йылда республика халҡының 71,4 проценты электрон теркәү мөмкинлеге менән файҙаланған. Ипотеканы минималь теркәү ваҡыты – 20 сәғәт.
Әйткәндәй, ипотеканы электрон теркәү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектында ла ҡаралған.