Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 08:49

Эшләнде, хәҙер тикшерәбеҙ

Көндәр йылыныу менән белгестәр үткән миҙгелдә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ремонтланған юл участкаларын тикшерергә сыҡты.

Эшләнде, хәҙер тикшерәбеҙ
Эшләнде, хәҙер тикшерәбеҙ
Автомобиль юлдарында соҡорҙар, ярыҡтар булыуы асыҡланһа, улар "Юл инфраструктураһында контроль һәм эштәрҙе планлаштырыу системаһы"на индерелә.
11 апрелгә ҡарата республикала тейешле юлдарҙың 35 проценты тикшерелгән, 32 меңдән ашыу дефект табылған, шуларҙың 17 меңе төҙәтелгән дә инде.
Әле Салауат ҡалаһы территорияһында тикшереүҙәр бара. Подрядсы ойошмалар һәр юлды ҡарарға тырыша.
Быйыл милли проект буйынса 210 км юлды тәртипкә килтерергә кәрәк.
 
Фото: Минтранс РБ.
Эшләнде, хәҙер тикшерәбеҙ
Эшләнде, хәҙер тикшерәбеҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: