Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 17:02

Бизнесҡа нисек дәүләт ярҙамы алырға? Нисек бушлай газ үткәрергә?

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге тура эфирҙар үткәрә башлай.

Бизнесҡа нисек дәүләт ярҙамы алырға? Нисек бушлай газ үткәрергә?
Бизнесҡа нисек дәүләт ярҙамы алырға? Нисек бушлай газ үткәрергә?

14 һәм 15 апрелдә Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге бизнес өсөн булдырылған ярҙам сараларына һәм социаль газ үткәреү һорауҙарына арналған тура эфир үткәрмәксе. Сара МФЦ-ның рәсми аккаунтында (https://vk.com/mfcbashkortostan) иртәнге сәғәт унда башлана.

14 апрелдә иртәнге сәғәт унда «Бизнесҡа дәүләт ярҙамы» тип исемләнгән эфирҙы МФЦ-ның кадрҙар әҙерләү инженеры Александра Порошина үткәрәсәк. Унда льготалы кредитлау, һалым льготалары, Тиҙ түләүҙәр системаһын ҡулланыуға компенсация, бизнесҡа финанс ярҙам кеүек һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин. Мәғлүмәтте оператив биреү өсөн тура эфирға «Минең бизнес» үҙәгенең белгестәре ҡушыласаҡ.

15 апрелдә иртәнге сәғәт унда «МФЦ аша газ үткәреүгә ғариза биреү» темаһына эфир үтәсәк. Уҡытыу бүлеге секторы мөдире Алина Чанышева сығыш яһаясаҡ. Ул газификациялауҙың өҫтөнлөклө программалары, ниндәй документтар тапшырырға кәрәклеге, был программаға ниндәй ауыл-ҡалалар ингәнлеген һөйләйәсәк. Тура эфирға шулай уҡ «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгесе ҡушыласаҡ.

Тура эфирҙар социаль селтәрҙә һаҡланасаҡ. Уны ҡарау бушлай. 

Белешмә өсөн телефон һандары: +7 (347) 246-55-33, өҫтәлмә номер 30030.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: