Ул тапшырыуҙың легендар алып барыусыһы Леонид Якубович менән осрашыуға ғаиләһе һәм «Кая» этно-рок төркөмө оҙатыуында барған. Улар Беренсе канал студияһына стилләштерелгән милли кейемдә сығып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йырҙары менән тамашасыларҙы сәләмләгән. Яҡташыбыҙ буш ҡул менән бармауын да белдерә. Яратҡан алып барыусыһына күстәнәс итеп башҡорт балы, сәк-сәк, Дүртөйлө районы хаҡында китап, һынлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең эштәрен, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан башҡорт уҡ-һаҙағын да алған.
Гөлназ Әбдекәримова әйтеүенсә, «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2 йыл элек үк ебәргән булған һәм онотоп та өлгөргән. Быйыл март айында көтмәгәндә саҡырыу килгәс, этнотөркөм менән ҡатнашырға әҙерләнә башлағандар. Уның ҡатнашлығында тапшырыуҙы Беренсе каналдан 22 апрелдә ҡарай алаһығыҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.