+19 °С
Болотло
Башҡортостанда 27 бала үҙ-үҙенә ҡул һалған
Был ҡот осҡос хәл...
Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихинаның 13 апрелдә ҡоролтайҙағы профилле комитетта яһаған докладында ҡайғылы һандар яңғыраны - 2021 йылда 27 бала үҙ теләге менән был донъянан киткән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2019 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар һаны кәмегән, ләкин 2020 йыл менән сағыштырғанда ярайһы уҡ артҡан. 2019 йылда ул - 30, ә 2020 йылда 22 осраҡ тәшкил иткән.
Фото: Т. Аманов