Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 13:05

Бөгөн – меценат һәм хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр көнө

Был датаны булдырыу башланғысында Дәүләт Эрмитажының генераль директоры М. Пиотровский һәм “Русский меценат” альманахының баш мөхәррире А. Соснов тора. Төп маҡсат – гуманитар проблемаларҙы хәл итеү, именлекте нығытыу, хәйриәлеккә иғтибарҙы арттырыу. Ә һеҙҙең яҡтарҙа меценаттар бармы?

Бөгөн – меценат һәм хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр көнө
Бөгөн – меценат һәм хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр көнө

Тәүге байрам Эрмитажда 2006 йылда ойошторолған. Меценаттар музейға картиналар тапшырған.

Әйткәндәй, меценат һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме? Баҡһаң, беҙҙең эраның 70-се йылында Римдә Гая Цильний Меценат тигән бер аристократ йәшәгән икән. Ул шағирҙарға, сәнғәт әһелдәренә ныҡ ярҙам иткән. Хатта бәхәсләшеүсе йә ғауғалашыусыларҙы ла татыулаштырыусы булып йөрөгән.

 

Бөгөн – меценат һәм хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр көнө
Бөгөн – меценат һәм хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: