Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 09:44

Ауыл старосталарына өҫтәмә вәкәләттәр бирелде

«Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се һәм 6-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы ҡабул ителде. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡул ҡуйҙы.

Ауыл старосталарына өҫтәмә вәкәләттәр бирелде
Ауыл старосталарына өҫтәмә вәкәләттәр бирелде

Үҙгәрештәргә ярашлы, ауыл старосталарына өҫтәмә вәкәләттәр бирелде, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Улар урындағы үҙидара органдарына билдәле бер йүнәлештәр буйынса ярҙам итәсәк һәм урындағы әһәмиәттәге проблемаларҙы хәл итеүҙә тәҡдимдәр индерәсәк. Ауыл тораҡ пункттарының мәнфәғәттәренә ҡағылған мәсьәләләр хәл ителгәндә старосталар кәңәш биреү тауышы хоҡуғы менән ауылдарҙың, ҡала округтарының вәкиллекле органдары ултырыштарында ҡатнашасаҡ.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документ «Башҡортостан Республикаһында ауыл тораҡ пункттары старосталары тураһындағы ҡануниәтте ғәмәлгә ашырыу хаҡында» темаһына үткән парламент тыңлауҙары тәҡдимдәре нигеҙендә әҙерләнгән.

Закон менән ошонда танышырға була: закон.

Ауыл старосталарына өҫтәмә вәкәләттәр бирелде
Ауыл старосталарына өҫтәмә вәкәләттәр бирелде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: